Үтәмешев Ишбулды, Ишкинә ауылы.
Аҡ тулалар тиҙ керешә
Арҡа буйы уның тигеҙ эрләнһә
Үҙ туғаныңда ят була икән
Ситтә йөрөп күңел керләнһә.
Йырлай-йырлай таҡмаҡты
Өмәләрҙә тулалар баҫабыҙ
Йәш күңелде, йәш йөрөкте
Йырлап өмәләрҙә баҫабыҙ.
Буранбава Шәмсиә, Байғаҙаҡ ауылы.
Гөбөрлө буйында йөрөйем,
Балан таба алмайым.
Ҡысҡырып йырлап ебәрәм
Йәмнәр таба алмайым.
Алдыр Усай буйлары,
Гөлдөр Усай буйлары
Ал булһа ла, гөл булһа ла,
Ҡалды Усай буйлары.
Киев тигән ҙур ҡаланы
Германиә алды инде,
Германиә ерләрендә
Һөйәге ятып ҡалды инде.
Ҡунаҡова Фәриҙә, Байғаҙаҡ ауылы.
Ер еләген йыя-йыя
Еҙ түбәтәйем тулды инде,
Фани донъяны ҡыуа-ҡыуа
Ғүмерем уҙҙы инде.
Китә генә торғас юллар менән,
Юлҡайымда китте уң менән.
Маңлайыма яҙған яҙмышымды
Һыпырып та булмай ҡул менән.
Ҡаҙандағы ҡара һыулар
Ҡайнар менән ҡуйырмай
Маңлайыма яҙған яҙмышларым
Илау менән юйылмай.
(Хәйрулла бабайҙын йыры)
__________________________________________________________________________________
НА УНЦ РАН. Ф.3. О.2. Д.539. ЛЛ. 55-56.:
Әминева Фәғимә Хөснөтдин ҡыҙы, Ырҫай ауылы.
Ҡураған
Ҡурағанҡай буйы бигерәк йәмле
Аҡ сатырҙар ҡороп йәйләргә,
Ҡайҙа ғына барһан, дуҫ-иштәр кәрәк
Ҡаршы сығып атын бәйләргә.
Ҡурағанҡай буйы буйлай-буйлай
Йәшел ситекләрне туҙҙырҙым.
Алты ай ғына йәйҙе, ай ғына ҡышты
Ҡайғы-хәсрәт менән уҙғарҙым.
Ҡәҙерғолова Нәзирә Сәйетғәле ҡыҙы, Бишәй (Аҡбулат) ауылы.
Һаҡмар һыуҡайҙарын ай кисмәнем,
Йырлап ҡына һыуын эсмәнем
Кеше балалары кеүек кенә
Рәхәт күреп кенә үҫмәнем.
Һыуһап ҡына йөрөп һыу тапманым
Һыулы йылғаларҙа һыу бөткән.
Ашап-эсеп кенә, уйап-көлөп
Был донъяны мәңге кем көткән.
Биҡҡужин Әхмәҙулла, Иҙелбай ауылы.
Шиң тауларының битләрендә
Ерәнсә генә аттын төйәге.
Германия дошман ерләрендә
Ҡалды ағай-энем һөйәге.